“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ҡариҙел районына күп функциялы автоклуб тапшырылды

Күсмә үҙәк райондың мәҙәни тормошона ҙур үҙгәрештәр индерергә ярҙам итәсәк, ти Ҡариҙел хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы  Эльза Ҡаранова

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ҡариҙел районына күп функциялы автоклуб тапшырылды

Ҡариҙел районында 99 тораҡ пункт иҫәпләнә, шуларҙың 38-ндә генә мәҙәниәт йорттары бар. 2020 йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Йылайыр, Тәтешле райондары ла ошондай уҡ автоклуб менән тәьмин ителәсәк.

#Нацпроект #Миллипроект