Төбәктә ғәмәлгә ашырылған «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә район-ҡалаларҙа биләмәләр төҙөкләндерелә

Туймазы ҡалаһында иҫке ихаталарҙы тәртипкә килтереү өсөн республика бюджетынан 44 млн һумға яҡын аҡса бүленә. Был суммаға хәүефһеҙ резина түшәлгән балалар өсөн уйын майҙансығы яңыртылып, юлдарға асфальт һалынған. Шулай уҡ подъездар тирәләй видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыла, барлыҡ иҫке конструкциялар һүтелә.

Бынан тыш, Ағиҙел ҡалаһының Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 4-се йорт биләмәһе төҙөкләндерелә. Йортта йәшәүселәрҙең теләге буйынса тротуарҙар, парковка яңыртылып, биләмә йәшелләндерелә, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыла. Һуңғы ун йыл эсендә бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған подъездар заман талаптарына ярашлы итеп үҙгәртелә.

Тәртипкә килтерелгән бинала яңы почта йәшниктәре беркетеләсәк. Дөйөм алғанда «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә республикала 380 ихатаны ремонтлау ҡаралған.

Фото №1 - Төбәктә ғәмәлгә ашырылған «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә район-ҡалаларҙа биләмәләр төҙөкләндерелә

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ