Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжын төҙөкләндереүгә 119 миллион һум аҡса бүленә

Бинаның өҫкө ике ҡаты торлаҡ итеп үҙгәртелә. Студенттар өсөн ҙур һәм бәләкәй хореография кластары, тауыш яҙҙырыу студияһы, спорт һәм тамашалар залы барлыҡҡа килә. Әле елләтеү системаһы электр селтәре һуҙыла.

Тотош бинала тәҙрәләр яңыртылған. Әле йылытыу пунктын ҡороу һәм иҙән һалыу эштәре башланып тора. Ишек алдын һәм фасадты тулыһынса яңыртыу, ҡыйыҡты йылытыу ҡаралған. План буйынса объект 2020 йылдың ноябрендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Элекке уҡыу корпусы авария хәлендә тип танылғайны.

Күләмле төҙөкләндереү эштәре «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Рафиҡ Әхмәтшин.

;