Тарихи объекттар онотолмай

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан  8 ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөкләндерелә. Реконструкция сиктәрендә Беренсе Май урамындағы ике бинала ҡыйыҡтарҙы яңыртыу, фасадтарҙы, балкондарҙы төҙөкләндереү, объекттың тышҡы өлөшөн тулыһынса тәртипкә килтереү ҡаралған.

8 ҡатлы торлаҡ йорттар Өфөлә тәүге күп ҡатлы объекттар тип иҫәпләнә. Тарихи биналар 1954 йылда Ленинград архитекторҙарының проекты буйынса төҙөлгән. Иҫке йорттарҙа реконструкция ойоштороу маҡсаты 2015 йылда уҡ ҡуйыла, әммә тарихи мираҫ объекттарын төҙөкләндереү өсөн махсус әҙерлек талап ителә. Белгестәр биналарҙы архив мәғлүмәттәренә таянып теүәл проект буйынса эшләйәсәк.

Быйыл 8 ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу ҡаралған. Шулай уҡ биналағы архитектур элементтар, фасадтар төҙөкләндереләсәк. Ремонт эштәренә бюджеттан 17 миллион һум аҡса бүленде. Төҙөкләндереү октябргә тиклем дауам итәсәк.

Олег Койда, төбәк операторының төҙөлөшбүлеге етәксеһе
Фото №1 - Тарихи объекттар онотолмай

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ