Башҡортостанда милли проект сиктәрендә мәҙәниәт йорттары төҙөкләндерелә

Күгәрсен, Баймаҡ райондары һәм Стәрлетмаҡ ҡалаларында ла программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Капиталь ремонттан тыш, клуб, мәҙәниәт усактары биналары заман талаптары буйынса йыһазландырыла. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Костюмдар бүлмәһе клуб сәхнәһенә күскән, саралар әлегә уҙғарылмай. Әммә был ваҡытлыса күренеш. Күгәрсен ауыл клубы «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә реконструкциялана. Заман талаптары буйынса йыһазландырылғандан һуң ул күп функциялы мәҙәниәт үҙәге итеп үҙгәртелә. Бында үҫмерҙәр, йәштәр һәм оло быуын вәкилдәре өсөн махсус ял урындары ойоштороу ҡаралған. Шулай уҡ проект сиктәрендә яңы музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары, компьютерҙар, теген машинаһы һатып алына. Әле учреждениела бер нисә ансамбль, халыҡ һәм балалар театрҙары, ағинәйҙәр ойошмаһы, уңған хужабикәләр түңәрәге эшләй.

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы мәҙәниәт йорто 1990 йылда төҙөлгән. Авария хәлендәге бинала мәҙәни саралар үткәреү туҡтатыла һәм апрелдә ремонт башлана. Әлеге ваҡытта электр селтәрҙәре яңыртылған, түбә һәм стеналарҙа тигеҙләү, аҡлау, буяу эштәре башҡырала. Яҡын арала бинаның ҡыйығын алмаштырыу һәм биләмәне төҙөкләндереү күҙҙалана.

Икенсе Этҡол ауылы халҡы яңы мәҙәниәт усағын июль аҙағында туйларға ниәтләй. Өҫтәүенә, быйыл Баймаҡ районының 7 ауыл клубына газ үткәреү бурысы ҡуйылған. Ошо маҡсатта мәҙәниәт министрлығынан 15 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ә тотош республикала «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә 50 миллион һум аҡса бүленгән.

Авария хәлендә тип танылған Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжында ла төҙөкләндереү эштәре йылдам бара. Бинаның өҫкө ике ҡаты торлаҡ итеп үҙгәртелә. Студенттар өсөн ҙур һәм бәләкәй хореография кластары, тауыш яҙҙырыу студияһы, спорт һәм тамаша залы барлыҡҡа килә. Елләтеү системаһы электр селтәре һуҙыла,  бинала тәҙрәләр яңыртылған. Әле йылытыу пунктын ҡороу һәм иҙән һалыу эштәре башланып тора. План буйынса объект 2020 йылдың ноябрендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Әлфинә Килдейәрова.

;