Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле “Юл эксперты” интернет-порталында 232 меңдән ашыу юл соҡоро күрһәтелгән. Ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа ремонт үтмәгән юлдарҙа төҙөкләндереү башҡарылған тип билдәләгәндәр йәки ҡырсынташ түшәлгән юлдарҙы ла планға индергәндәр. Республика етәкселеге бындай етешһеҙлектәрҙе асыҡларға һәм ремонтты сифатлы ойошторорға ҡушты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юлда соҡорҙарҙы ремонтлауҙы шәхсән контролдә тота.
#хабиров #госкомтранс #дороги





