Кисә Өфө ҡалаһы һәм республиканың көнбайыш райондарында боҙ яуҙҙы. Ҡайһы бер урындарҙа ул тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығы булған. Көслө ел айырым биналар ҡыйығын аҡтарған.
Шаранда ужым баҫыуҙарына һәм баҡса түтәлдәренә зыян килгән, емеш ағастары һынған, түбәләр тишелгән, электр уты һүнгән. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Минлин хәбәр итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө, Иглин, Шишмә, Благовар, Бүздәк, Баҡалы райондары дауылдан айырыуса зыян күргән. Саҡмағошта ла боҙ яуған һәм көслө ел сыҡҡан. “Базы” хужалығы биналарының ҡыйыҡтарын емергән. Ойошма етәксеһе Вадим Соколов һөйләй.
#чс #шаран #чекмагуш





