Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан Луганск өлкәһенең Изварин сик пунктына старт алған автосәйәхәт дауам итә

Ул легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арнала. Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар кавалерия дивизияһының  эскандрон командиры, Советтар Союзы геройы Георгий Платонов булды. 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Һарытау өлкәһенең Хвалынск ҡалаһында йәшәй.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов һөйләй.

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан Луганск өлкәһенең Изварин сик пунктына старт алған автосәйәхәт дауам итә

Автосәхәйәттең маҡсаты - дивизия байраҡтарының күсермәләрен, Луганск өлкәһендәге мемориалға индереү өсөн ошо ерҙә һәләк булған һалдаттарҙың исем-шәрифтәрен, аллеяға ултыртыу өсөн кедр үҫентеләре тапшырыу.

#112-ая кавалерийская дивизия #Шаймуратов #герой #вов