Республика етәксеһе төбәктә «Йәмәғәт киңлектәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте» кәңәшмәһен үткәрҙе, шулай уҡ «Башҡорт ихатаһы» программаһы үтәлешентикшерҙе.
Быйыл ҡалалаихаталарҙы төҙөкләндереү программаһына бер генә биләмә индерелгән. Әммәул Комаров урамында урынлашҡан күп фатирлы өсйортто берләштерә. Уларҙа мең самаһы кеше йәшәй.
Хеҙмәткәрҙәр алдында асфальт ҡатламыняңыртыу, яҡтыртыу ҡоролмаларыҡуйыу, парковка, балалар һәмспорт майҙансыҡтары төҙөү, видеокүҙәтеү системаһын монтажлау һәмбиләмәне йәшелләндереү бурысы ҡуйылған. Был маҡсатҡа 19 миллион һумбүленгән. Радий Хәбиров урындағы властарҙың оптималь ҡарар һайлауынбилдәләне. Сөнки коронавирус пандемияһына бәйле «Башҡорт ихатаһы» программаһын ҡайтанан ҡарауталап ителгән. Шуға ла комплекслы төҙөкләндереү күберәк кешеләрҙең мәнфәғәттәрен күҙ уңында тота, тине Башҡортостан башлығы.
Илдар Байбулатов.




