Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республика юлдарында теркәлгән 11 аварияла 12 кеше зыян күргән. Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 26-сы километрында «ВАЗ-2114» автомобиле менән 28 йәшлек ир идара иткән мотоцикл бәрелешкән. Аварияла мотоцикл водителе зыян күргән.
Ике тәгәрмәсле транспорт сараһының тейешле теркәү үтмәүе, водителдең уны йөрөтөүгә хоҡуғы булмауы билдәле. Ошо уҡ көндө Ҡырмыҫҡалы районында Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлында ла мотоцикл ҡатнашлығында авария теркәлгән. Унда «Урал» мотоциклына идара иткән 20 йәшлек егет юл ситенә сығып ауған. Уның шулай уҡ водитель таныҡлығы булмаған, мотоциклдың теркәү үтмәүе асыҡланған. Водитель дауаханаға оҙатылған.




