Майҙың һуңғы сәләме, йәки ғәрәсәт аямай

Ҡыйыҡһыҙ ҡалған йорттар, ауған ағастар, ҡара ергә ҡалған баҫыуҙар. Кисә кис республика буйлап үткән ғәрәсәт Бүздәк, Саҡмағош, Шаран, Дүртөйлө һәм башҡа райондарҙа хужалыҡтарға зыян килтерҙе.  Ауылдар утһыҙ ҡалды. Әле дауыл эҙемтәләре бөтөрөлә, күрелгән зыян күләме иҫәпләнә. Дауыл эҙенән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева йөрөнө. 

Биш минутта донъяның аҫты өҫкә килгән. Камалиевтар ғәрәсәттән мунса эсенә инеп ҡотолоп ҡала. Алты йыл элек кенә ремонталған өй түбәһен дауыл  осороп алып китеп,  ҡағыҙҙай бөкләп баҡсаға алып ырғытҡан. Йорт ике хужаға. Ғәрәсәт эҙемтәһен күршеләр бергәләп бөтөрә.

Ел-дауыл Ҡаңны-Төркәйҙә дүрт йорттоң ҡыйығына зыян килтергән. Кәртәләрҙе емергән. Электр бағаналарын ауҙарған. Күрелгән зыян хаҡы яҡынса 800 мең һумдан ашып китә.

Тәбиғәттең аяуһыҙ көсө Саҡмағош районының Йомаш, Митрәй -Әйүп, Иҫке Үҙмәш, ауылдары буйлап үткән. Йөҙйәшәр ағастарҙы ел-дауыл ҡәләм һындырған һымаҡ тураҡлаған. Ауыл халҡы уны бысып утынға турай.

Түтәлдәрҙе эштән сыҡҡан, картуфты яңынан ултыртырға тура килер, ти Даяновтар. Өлкән йәштәге ханым иһә яуған боҙҙо биҙрәгә тултырып һыуытҡысҡа ҡуйған. Иҫтәлеккә түгел, әлбиттә, электр уты булмағас аҙыҡ-түлек боҙолмаһын өсөн.

Профнастил ҡыйыҡ быҙауҙар торған кәртә эсенә килеп төшкән. Ҡойон  Базы ауыл хужалығы предприятиеһы фермаларын да урап үтмәгән. Быҙауҙар ятҡан бокстарҙы төрлө яҡҡа тәгәрәткән. Һауынсыларға һыйырҙарҙы төнгө ун икегә тиклем һауырға тура килгән.

Дауыл эҙемтәләре бөтөрөлә, район буйынса күрелгән зыян күләме иҫәпләнә.

Боҙ-борсаҡтан хужалыҡтың йөҙҙәрсә гектар сәсеүлектәрен ағыҙған. Яңынан сәсергәме-юҡмы – алдағы көндәрҙә билдәле буласаҡ. Ауыл хужалығы предприятиеһы биналары страховкаланған, ә сәсеүлектәрҙе әле өлгөрмәгәндәр. 

Дүртөйлө районы ауылдарында 7-8 йорт, ун-ун биш һарайҙы көслө ел пыран-заран килтергән. Зыян күреүселәр башлыса оло йәштәгеләр, уларға ауыл советы мотлаҡ ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерә.

Шаран районында тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә урындағы телевизион вышка һәм электр бағаналары ауған, "Бригантина" балалар-һауыҡтырыу лагерында спорт залының ҡыйығы ҡупҡан, олпат ағастар тамыры менән йолҡоп алынған. Бынан тыш, эре боҙборсаҡ яуыуҙан бер нисә хужалыҡтың ужым баҫыуҙары зыян күргән. Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүгә республикала "Башкирэнерго" ойошмаһының 4 бригадаһы, барлығы 30 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.

Дауыл эҙемтәһен бөтөрөү буйынса һәр районда эш алып барыла һәм күрелгән зыян күләме иҫәпләнә. Иң мөһиме – ғәрәсәт ваҡытында кеше ғүмерҙәре өҙөлмәгән.

Фото №1 - Майҙың һуңғы сәләме, йәки ғәрәсәт аямай

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ