1995 йылдың 1-2 июнендә Өфөләйәмәғәт ойошмаһының тәүге съезы уҙғарыла. Милләтте берләштереүсе сарала донъяның төрлө ҡитғаһынанйыйылған800-ән ашыу делегат ҡатнаша. Сирек быуатэлек булған тарихи ваҡиға хаҡында киләһе репортаж.
Тарихи кадрҙар. Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы янындағы майҙанда ҙур тантана, байрам. Республика халҡы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Беренсе съезы делегаттарын хөрмәтләп ҡаршы ала. Сит илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ашҡынып килгән милләттәштәребеҙ сараға рухи күтәренкелек өҫтәй. Иртәнге сәғәт унда пленар ултырыш башлана. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим съезда ҡатнашыусыларҙы шиғри юлдар менән сәләмләй.
Съезға әҙерлек бер йыл алдан уҡ башлана. Донъяның төрлө ҡитғаһында йәшәүсе милләттәштәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Лайыҡлы делегаттар һайлана, телде һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса тәҡдимдәр йыйыла.
Ҡоролтай халыҡ һәм власть органдары араһында күпергә әйләнә.
Залда ултырыусылар араһында күренекле шәхестәр – ғалимдар, тарихсылар, телселәр, сәйәсмәндәр. Берҙәм көс менән башҡорттарҙың үҫеш стратегияһы төҙөлә, киҫкен проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары барлана. Философия фәндәре докторы, профессор Фәнил Фәйзуллин да тәүге съезд шаһиты була. Ғалим билдәләүенсә, сара республиканың ижтимағи-сәйәси тормошона ыңғай үҙгәрештәр килтерә. Милләт үҫешендә яңы боролош.
Съезға әҙерлек барышында республиканың баш ҡалаһы байрамса төҫ ала. Туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә ҡарата иғтибар көсәйә.
Бөтә донъя башҡортттары Ҡоролтайы бөгөн дә милләт тотҡаһы булып, республиканың үҫеш юлдарын билдәләүгә тос өлөш индерә. Уҙған йыл бишенсе съезд ойошторолдо, йыйын ваҡытында ҡабул ителгән һәр бер ҡарар халыҡтың мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән.
Юбилей датаһы уңайынан йәмәғәт ойошмаһының социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә фекер алышыуҙар, ижади конкурстар уҙғарыла. Ҡоролтайҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән билдәле шәхестәр хәтирәләре менән уртаҡлаша. Башҡорт теле йылы ла халыҡ-ара диктант кеүек күләмле саралар менән башланып китте, алда тағы ла ҙур саралар ойоштороу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина.







