Благовещендә балалар өсөн заманса уйын майҙансыҡтары предприятиеһы эшләй башланы

Бында етештерелгән ҡоролмаларҙы «Башҡорт ихатаһы» программаһысиктәрендә республиканың бар төбәктәрендә лә урынлаштырыу ҡарала. Республика башлығы Радий Хәбиров төбәккә эш сәфәре барышында предприятие эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты һәмтөҙөкләндереү алып барылған урындағы ихаталарҙың береһен ҡараны. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мөнирә Рафиҡова Комаров урамындағы йортта 30 йыл дауамында йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә ишек алдындағы майҙан бер тапҡыр ҙатөҙөкләндереү күрмәгән. Шуға ла урындағы балалар күберәк күрше ихаталарҙа уйнарға күнеккән. Был беренсенән күңелле, икенсенән иҫкергән бәүелсәктең емерелеп төшөү ихтималлығы ҙур.    

Тиҫтәләрсә йыл көткән үҙгәрештәр «Башҡорт ихатаһы» программаһы ярҙамында ғәмәлгәашырыла. Күп фатирлы өсйортты берләштергән биләмәне төҙөкләндереүгә 20 миллион һумбүленгән. Республика етәксеһе төбәккә эш сәфәре барышында сығымдарҙың нисек үҙләштереүеменән ҡыҙыҡһынды.   

Төҙөүселәр асфальт ҡатламыняңырта, автомобилдәр өсөнпарковканы киңәйтә, яҡтырытыу һәмвидеокүҙәтеү ҡоролмаларыҡуяЙортта йәшәүселәр һорауыбуйынса бер юлы 4 уйын майҙансығын урынлаштырыу ҙаҡаралған.  

Коронавирус һәмҡатмарлыиҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан «Башҡорт ихатаһы» программаһын ғәмәлгә  ашырыу туҡтамай. Өҫтәүенә, быйыл төҙөкләндерелгән биләмәләрҙә урында етештерелгән бәләкәй архитектур формалар ҙабарлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе балалар өсөн заманса уйын майҙансыҡтары. Был проект 27 февралдә инвестиция сәғәтендә тәҡдим ителгәйне. Радий Хәбиров предприятие эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң, етештерелгән продукцияларға ихтыяж ҙурбуласағын билдәләне.

Беренсе рәсми эш көнө генә булыуға ҡарамаҫтанпредприятие заказдар ҡабулитеп өлгөргәндә инде. Мәҫәлән был уйын майҙансығы Сибайға оҙатыла. Махсус иҡтисади биләмәкомпанияға төбәктең төҙөкләндереү элементтарына булған ихтыяжын ҡапларғаярҙам итер тип көтөлә.  

Балалар өсөнуйын комплекстарынан тыш, бында варкаут-майҙансыҡтар ҙаетештерелә. Уларҙы ла йорт алдарында ҡуйыупланлаштыра. Әйткәндәй, бар был ҡоролмаларҙыйәштәр генә түгел, оло быуын вәкилдәре лә көтә. Сөнки төҙөкләндереү проектына ярашлы, ял итеү өсөнуңайлы эскәмйәләр ҙә ҡаралған.

Фото №1 - Благовещендә балалар өсөн заманса уйын майҙансыҡтары предприятиеһы эшләй башланы

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ