“Таланттар йондоҙлоғо"

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы дауам итә. Быйыл ул тәүгә онлайн-форматта ойошторолдо. Әле Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

Конкурстың икенсе турында 150 сығыштан 39 иң яҡшыһы һайлап алынған. Ярыш һөҙөмтәләре һәм гала-концерт көҙөн үтә.