Башҡортостан парламенты республикала ситтән тороп белем биреү һөҙөмтәлелеген баһалай

Башҡортостан парламенты республикала ситтән тороп белем биреү һөҙөмтәлелеген баһалай

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо темаға арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарыла. Парламент рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, коронавирус пандемияһы шарттарында дистанцион белем биреүгә күсеү мәжбүри сара. Был формат планлаштырылған онлайн-уҡытыуҙан һиҙелерлек айырыла.

Фото №1 - Башҡортостан парламенты республикала ситтән тороп белем биреү һөҙөмтәлелеген баһалай

Күп кенә уҡыу йорттары бындай шарттарға әҙер булмай сыҡты. Ул мәғлүмәт инфраструктураһы төрлө кимәлдә булыу, электрон белем биреү ресурстары менән тулыһынса тәьмин ителмәүгә бәйле. Ошонан сығып  уҡыу йорттарының пандемия шарттарындағы эшен баһалау, көсһөҙ звеноларҙы асыҡлау, мәктәптәрҙә, бигерәк тә ауылдағы белем усаҡтарында электрон ресурстар индереү проблемаһына иғтибар биреү мөһим.

#коронавирус #госсобрание

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ