Был махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы медицина ярҙамына ла ҡағыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уның үтәлеше буйынса 20 июнгә тиклем яуап бирергә тейеш. Рәсәй Президенты, илдә коронавирус менән ауырыусылар һаны артып киткән осраҡта, сирлеләр өсөн махсуслаштырылған койка урындар фондын һаҡларға ҡушты.
Хөкүмәт 10 июнгә тиклем санитария-эпидемиология хеҙмәтен үҫтереү һәм нығытыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш.
#путин #коронавирус





