Һаҡ аҫтынан иреккә

Дознаватель ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнгән элекке полиция хеҙмәткәрҙәренең эшен ҡайтанан ҡарау көтөлмәгәнсә тамамланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң Киров районы суды былтыр декабрҙә ирҙәргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарғайны. Уға ярашлы, Салауат Ғәлиев менән Эдуард Матвеев – етешәр, ә Павел Яромчук алты йылға дөйөм режимдағы колонияға оҙатылды. Бынан тыш, һәр береһе әхлаҡи зыянды ҡаплатыу өсөн өсәр миллион һум түләргә тейеш ине. Әммә хөкөм ителеүселәр суд ҡарары менән ҡәнәғәт булмауҙарын белдерҙе.

Һөҙөмтәлә уларҙың адвокаттары ейәнәт булмағанлыҡтан аҡлау ҡарары сығарыуҙы һәм зыян күреүсенең дәғүә талап талаптарынан баш тартыуҙы һораны. Бер нисә көн элек Башҡортостан Юғары суды апелляцион тәртиптә экс-полицийскиҙарҙың эшен ҡайтанан ҡарауға тотондо. Бөгөнгө ултырыштанан һуң Салауат Ғәлиев менән Эдуард Матвеевтың аҡланыуҙары тураһында билдәле булды. Өсөнсө хоҡуҡ һаҡсыһы – Павел Яромчук дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул шулай уҡ ярты миллион һум күләмендә әхлаҡи зыянды ҡаплаясаҡ.

Миңә ышанған яҡындарыма, дуҫтарыма һәм коллегаларыма ҙур рәхмәт әйткем килә. Ауыр саҡта уларҙың ярҙамын һәм иғтибарын яҡшы тойҙом. Шуға ла киләсәктә был ышанысты аҡларға тырышырмын.

Һаҡ аҫтынан иреккә

Әлбиттә, ғәҙеллек тантана итеүенә шатмын. Бер ваҡытта ла беҙҙе аҡлаясаҡтарына өмөтөбөҙҙө өҙмәнек. Пландарға килгәндә, мине ғаиләм көтә, хәҙер улар янына ашҡынам.   

Эдуард Матвеев 
Фото №1 - Һаҡ аҫтынан иреккә

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ