Башҡортостанда ҡотҡарыусылар былтыр көҙ хәбәрһеҙ юғалған Мазовтарҙы эҙләүҙе дауам итә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе Владимир Темашев әйтеүенсә, эҙләү саралары, йылғаларҙа һыу кимәле кәмеү менән, Тәфтиш комитеты күрһәтмәһе буйынса яңыртылған. Унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республика хеҙмәттәре һәм баш ҡала ҡотҡарыусылары йәлеп ителгән.

37 йәшлек Артем Мазов 8 һәм 5 йәшлек ике улы менән былтыр 26 октябрҙә юғалғайны. Мазовтар тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙең 8 (347) 251-62-51 һандары буйынса Тәфтиш комитеты ышаныс телефонына йә иһә 02, кеҫә телефонынан 102 һандарын йыйып эске эштәр органдарына шылтыратыуы һорала.

Фото №1 - Башҡортостанда ҡотҡарыусылар былтыр көҙ хәбәрһеҙ юғалған Мазовтарҙы эҙләүҙе дауам итә

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ