Ҡала халҡы быйыл серәкәйҙәрҙең күплегенә ялыу белдергәйне. Дезинфекция үҙәге парк һәм скверҙарҙы исектецид матдә менән эшкәртә башланы. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең төнгө эшен БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Баланың тәне ҡыҙыл таптар менән ҡапланған. Был – серәкәйҙәр тешенән ҡалған эҙҙәр. Дүрт йәшлек Динарала серәкәй тешләүенә аллергия. Яҙҙан көҙгә тиклем уның тәненән таптар үтмәй. Ҡанэскестәр быйыл бигерәк күп ти әсәһе. Инорс биҫтәһендә йәшәүсе ғаилә урамға тик көндөҙ генә сыға ала. Кире осраҡта сабый төнө буйы йоҡлай алмай.
Йорт ихаталары торлаҡ хужалығы идаралығы күҙәтеүендә, ә республика дезинфекция үҙәге тик скверҙар һәм парктарҙы ғына ҡанэскестәрҙән таҙарта.
Сәскәләр, үлән, ағастар – инсектецид матдә менән ҡойона. Бер юлы дүрт-биш кеше эшләй. Бер генә мөйөш тә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.
Ғәҙәттә был эш урамда кеше йөрөмәгәндә, төндә башҡарыла. Серәкәйҙәргә ҡаршы беҙҙең илдә рөхсәт ителгән препарат ҡулланыла, уның кеше һәм хайуандарға зыяны юҡ.
Үткән төндә дезинфекция Яҡутов паркында үткәрелде. Аҙна аҙағынаса көндәр ҡоро торһа баш ҡаланың бар баҡсалары ла серәкәйҙәрҙән азат ителәсәк.
Рәмилә Исмәғилева.




