Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Туймазы районында булды

Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Туймазы районында булды

Республика Башлығы ауыл хужалығы, сәнәғәт ойошмаларын эшмәкәрлеге, биләмәләрҙе төҙөкләндереү барышы менән танышты. Районда Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” күсмә ултырышын да үткәрҙе.

“Нефтемашавтоматика” предприятиеһында нефть һәм газ тармағы өсөн ҡорамалдар етештерелә.

Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Туймазы районында булды

Республика Башлығы предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды һәм дәүләт яғынан ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне.

“Туймазытехуглерод” ойошмаһында яңы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Бының өсөн 155 миллион һум йәлеп ителгән. Бында резина етештереү өсөн техник углерод сығарыла. Өҫтәмә аҡса етештереүҙе яңыртырға булышлыҡ итә.

Радий Хәбиров тағылмалар сығарған “Свармет+” ойошмаһында ла булды. Йәмғиәт етәкселеге дәүләт яғынан ярҙам кәрәклеге тураһында белдерҙе. Радий Хәбиров был мәсьәләне Рәсәй Хөкүмәтенә еткерергә һүҙ бирҙе. Республика Башлығы шулай уҡ ортопедик матрастар сығарған “Корона” ойошмаһына барҙы. Бында яңыртыу үткәрелгән. Киләсәктә йыһаздар етештереү буйынса кластер булдырырға ниәтләйҙәр.

Радий Хәбиров Туймазы автобетоновоздар заводы техника өлгөләре менән дә танышты. Республика Башлығы ойошма етәкселеге менән ассортименты киңәйтеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Радий Хәбиров Туймазыға эш сәфәре барышында райондағы алдынғы йәшелсә хужалыҡтарына барҙы. Йылыяпмаларҙа йыл әйләнеһе ҡыяр һәм помидор үҫтерелә. Хужалыҡ етәкселәре менән һөйләшеү барышында Республика Башлығы аграрийҙарҙы борсоған мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе. Артабан Радий Хәбиров район эшҡыуарҙары менән аралашты, тыл ветераны һәм оло быуын ирекмәне Валентина Арефьева менән осрашты, “Хәсрәтле әсә” һәйкәленә сәскә һалды. Былтыр был биләмәне тәртипкә килтергәндәр. Яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр урынлаштырылған, балалар майҙансығы ҡуйылған, тротуарҙар һалынған, юл япмаһы яңыртылған.

#хабиров #туймазы

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ