Радий Хәбиров Ленинград блокадаһын үткән 85 йәшлек Валентина Арефьеваға биргән вәғәҙәһен үтәне

Республика башлығы ирекмәндәр менән онлайн кәңәшмә мәлендә ветеран менән  осрашырға һүҙ биргәйне. Бөгөн Туймазыға эш сәфәре барышында ниәт бойомға ашырылды, осрашыу йылы шарттарҙа уҙҙы. Радий Хәбиров төбәктә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлеге, биләмәләрҙе төҙөкләндереү барышы менән  дә танышты, күсмә «Сәнәғәт сәғәте»н үткәрҙе. Эш сәфәрендә күтәрелгән проблемалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

«Нефтемашавтоматика» предприятиеһы нефть һәм газ ҡорамалдарын етештереү, проектлау һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Туймазыларҙың продукцияһына Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур. Әле бында йөҙгә яҡын кеше эшләй. Киләсәктә ҡеүәттәрҙе тағы арттыру теләге бар. Әммә пандемия шарттарында әйләнештәге аҡса кәмегән, Республика башлығы проблеманы хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

«Туймазытехуглерод» заводы Рәсәйҙә резина етештереү өсөн техник углерод сығарған ете предприятиеның береһе. Башҡортостан продукцияһы аяҡ кейеменең табаны һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре эшләүҙә ҡулланыла. Киләсәктә бында автомобиль покрышкалары өсөн ҡаты сеймал сығарыу ҙа ҡаралған. Компания ошо маҡсатта заманса реактор һатып алған да инде, әммә тулы линияны сафҡа индереүгә өҫтәмә финанслау талап ителә. Предприятие үҙе республикаға ла, ҡалаға ла даими ярҙам итә, күптән түгел улар Өфөлә асылған йоғошло ауырыуҙар үҙәгенә ҡоролмалар һатып алырға аҡса бүлгән.

Туймазыла сәнғәт предприятиелары ғына түгел ауыл хужалығы ла алға киткән, бында йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнмгән хужалыҡ юҡ тиерлек. Мәҫәлән, «Ҡуш бүләк»тәр 30 йылдан ашыу инде ябыҡ тупраҡта помидор, ҡыяр үҫтерә, бынан тыш хужалыҡ иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү буйынса ла махсуслашҡан. Теплицалар 15 гектарға яҡын майҙанды биләй. Тулы ҡеүәткә эшләү өсөн бында электр энергияһы, йәғни яҡтылыҡ етмәй. Радий Хәбиров проблеманы контролгә аласағын белдерҙе. Был йыл әйләнәһенә йәшелсә үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк.

Панакс-Агро хужалығы иһә йәшелсәне тәбиғи шарттарға яҡынлаштырп үҫтерә, бында бар үҫентеләр ергә ултыртылған, химик ашламалар индерелмәй. Экологик яҡтан таҙа продукцияға ихтыяж ҙур. Хужалар йәшелсә үҫтереүҙән тыш металл каркасстан теплицалар ҙа эшләй, былтыр йылытыу өсөн генераторҙар ҙа йыя башлағандар.

Башҡортостан еңел сәнәғәте өсөн яңы йүнәлеш ортопедия матрастары сығарыу. Туймазының «Корона» йәмғиәте был эште 15 йыл элек үҙләштергән. Хәҙер бында айына ғына 15 мең матрас етештерелә, хужалар күрһәткесте тағы арттырыу яғында, бынан тыш улар йорт йыһаздары эшләүҙе лә яйға һалған. Тик өҫтәмә майҙандар талап ителә. Радий Хәбиров проблема хәл ителсәк тине.

Туймазы предприятиеларының үҫеше Республика башлығы етәкселегендә үткән сәнәғәт сәғәтендә лә ҡаралды. Радий Хәбиров ҡатмарлы пандемия шартттарында үҙебеҙҙең предприятиеларға бар яҡлап та ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Ә эш сәфәренең иң тулҡынландырғыс мәле иһә Туймазының «Хәсрәтле әсә» мемориалы янында үтте. Башҡортостан башлығы Ленинград блокадаһын үткән 85 йәшлек Валентина Арефьеваға биргән вәғәҙәһен үтәне. Радий Хәбиров ирекмәндәр менән онлайн кәңәшмә мәлендә ветеран менән осрашырға һүҙ биргәйне. Валентина Николаевна үҙе лә көмөш ирекмән, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан әүҙем тормош алып бара.

Фото №1 - Радий Хәбиров Ленинград блокадаһын үткән 85 йәшлек Валентина Арефьеваға биргән вәғәҙәһен үтәне

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ