Норильскийҙағы 3-сө яғыулыҡ-энергетика үҙәгендә резервуарҙан нефть продукттары ағып сыҡҡан. Ергә 6 мең, һыуға 15 мең тонна тирәһе нефть сеймалы эләккән. Йылғаларға ағып төшкән зарарлы матдәләр иң түбән кимәлдән тиҫтәләгән мең тапҡырға артып киткән.
Килтерелгән зыян миллиардлаған һум менән иҫәпләнә.





