Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу буйынса 3 комплекс төҙөлә. Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Экология” милли проекты буйынса алып барыла. Туймазы районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында сүп-сарҙы сорттарға бүлеүгә нигеҙләнгән комплекс төҙөлөшө дауам итә.
Ул йылына 100 мең тоннаға яҡын сүп эшкәртеү ҡеүәтенә эйә була. Завод эре ҡалдыҡтарҙы ваҡларға мөмкинлек биргән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Дәүләкән районында ла йылына 40 мең тонна самаһы сүп-сарҙы сорттарға айырыу мөмкинлеге тыуҙырған комплекс сафҡа индерелә. Әле төҙөлөш өсөн биләмә бүленгән, тейешле документтар әҙерләнә. Өсөнсө комплекс Бәләбәй районында буласаҡ. Унда йылына 100 мең тоннаға яҡын ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мөмкин була. Бөгөн төбәктә завод урынлашасаҡ ер участкаһын теркәү бара.
Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров:
“Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 2 мең 500 сүплек бөтөрөлә. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн 25 меңдән ашыу контейнер урынлаштырыла. Сибай, Учалы, Стәрлетамак, Нефтекама, Өфө һәм Салауат ҡалаларында һауа бысраныуын контролдә тотҡан 7 станция төҙөлә”.
#Нацпроекты #миллипроекттар #ВладимирПутин #майскиеуказы





