Онлайн-осрашыу 5 июндә 16 сәғәттә үтә. Фекер алышыуҙа һүҙ өлкән йәштәгеләрҙе коронавирустан һаҡлау саралары тураһында барасаҡ. Унда ҡала һәм райондарҙың ветерандар ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, һуңғы арала 65 йәштән өлкән кешеләр араһында коронавирус инфекцияһы йыш теркәлә башлаған.
Республикала 65 йәштән өлкәндәр өсөн “комендант сәғәте” оҙайтылды. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарына халыҡ араһында аңлатыу эшен әүҙемләштерергә ҡушты.
Республикала 1 июндә сауҙа үҙәктәре, шулай уҡ айырым инеү урыны булған музей һәм китапханалар эше тергеҙелде. Уларҙа сантитар талаптар тулыһынса үтәлергә тейеш.





