Аҡбуҙат һәйкәлен биҙәү дауам итә

Мифик ат һыны Бөрйән районы Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылды. “Һәйкәлде йөҙләү эштәре яртылаш тамамланды. Тиҙҙән был урында тағы эскәмйәләр урынлаштырасаҡбыҙ”, тип яҙа интернеттағы сәхифәһендә Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. Аҡбуҙат һәйкәленең авторы, скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Өлфәт Ҡобағошов.

Аҡбуҙат һәйкәлен биҙәү дауам итә

Һәйкәл асыу июнь аҙағына билдәләнгән.

;