“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, Сибайҙа виртуаль концерт залы асыла

Ҡаланың Балалар сәнғәт мәктәбе виртуаль концерт залын төҙөү буйынса “Һанлы мәҙәниәт” проекты еңеүсеһе булды. Ошо маҡсатта бер миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әле был суммаға мультимедия ҡоролмаһы, экран яңыртылған.

Был ҡала халҡына симфоник музыканы “тере тауыш”та тыңларға мөмкинлек бирәсәк. Виртуаль концерты залын августа ҡала көнөндә асыу планлаштырыла.

    #нац проекты  #милли проекттар

;