Башҡортостан юлдарында һуңғы тәүлектә өс кешенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн иртән ӨфөнөңОктябрь проспектында «Хьюндай» автомобиленә идара итеүсе 27 йәшлек егет йәйәүлене бәрҙергән. Юл-транспорт ваҡиғаһы ер аҫты үткәүелеянында теркәлде. Оло йәштәге ир юлға кинәт сығыу сәбәпле водитель тормозға баҫып өлгөрмәгән. Пенсионерҙың ваҡиға урынында ғүмереөҙөлгән.

Ә Учалы районында «Форд Мондео» кюветҡа осҡан. Автомобиль түңкәрелгән. Салондағы пассажирҙар йәрәхәтләнгән. 68 йәшлек водитель һәләк булған. Уның эскән булыуы билдәле. Әле тикшереү бара. Дәүләкән районында «Нива» ағасҡа төкөгән. Юл-транспорт ваҡиғаһында 61 йәшлек водитель вафат булған.

Фото №1 - Башҡортостан юлдарында һуңғы тәүлектә өс кешенең ғүмере өҙөлдө

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ