Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшө күләме алға киткән 15 төбәге аталды. Улар араһында Башҡортостан да бар. Республикабыҙҙа былтыр дөйөм майҙаны 2 миллион 372 мең квадратметрлыҡ32 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған.
Быйыл ғинуар-апрель айҙарында 714 мең 100 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 4 процентҡа күберәк.
Рафиҡ Әхмәтшин.




