Матбуғатҡа яҙылған өсөн 30 мең һум

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Юлдаш» радиоһы интернетта үҙенсәлекле акция иғлан итте. Уның маҡсаты туған телдә донъя күргән гәзит-журналдарға яҙылыуҙы әүҙемләштереү. Унда ҡатнашыу өсөн «Бәйләнештә» селтәрендә Ҡоролтай һәм башҡорт телендәге матбуғат сараларының рәсми сәхифәләренә яҙылыу, был яҙманы үҙеңдең шәхси битеңдә репост эшләү һәм баҫма матбуғат сараһына яҙылыу талабы бар.

Еңеүселәр 9 июндә махсус ҡушымта ярҙамында осраҡлы һайлап алыу юлы менән билдәләнә.

Рафиҡ Әхмәтшин.

;