Йәш хәбәрселәргә танытма

Баймаҡта «Йәншишмә» республика балалар гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән уҡыусыларға тантаналы шарттарҙа рәсми документ тапшырылды. Улар республика баҫмаһының төбәктәге үҙхәбәрселәре буласаҡ. Ҡәләмен һынаған һәләтле йәштәр хаҡында киләһе яҙмала.

Баймаҡ ҡалаһының дүртенсе лицей уҡыусыһы Йәнгүзәл Зәйнуллина менән Билал ауылы мәктәбе уҡыусыһы Азалиә Нарынбаева – оҫта ҡәләм тирбәтеүселәр. Уҡыуҙа һынатмаған ҡыҙҙар ижад итеүгә лә айырым ваҡыт бүлә. Уларҙың тырышлығы бушҡа китмәй. «Йәншишмә» гәзите йәш хәбәрселәргә танытмалар тапшырҙы.

Йәншишмә – башҡорт телендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән республика гәзите. Бында Йәш быуындың шиғырҙары, мәҡәләләре гәзит уҡыусылар иғтибарына сығарыла. Тап был баҫма буласаҡ журналистарға юл аса.

Осрашыуҙа гәзиткә класс менән бергәләп яҙылыуҙы ойошторған уҡытыусыларға рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Йәшәйеште электрон мәғлүмәт һәм интернет селтәре ялмаған осорҙа матбуғат баҫмаларының донъя күреүе оло баһаға лайыҡ. Сөнки фәһемле гәзит биттәре аша йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләнә.

Әлфиә Хәмитова.

;