Уны төбәктең Үрге Троицк ауылы эргәһендәге ҡаты көнкүреш полигоны эргәһендә төҙөү күҙаллана. Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем республиканың өс районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса заманса комплекс файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Баҡалы районында йәшәүсе Сергей Зарубин шәхси эшҡыуарҙа тиҫтә йыллап эшләй. Ул көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын тәртиптә тотоу өсөн яуаплы. Сүп-сарҙың тирә-яҡҡа таралмауы ла уның контролендә. Эш нисек кенә ауыр булмаһын, Сергей Иванович үҙ бурысына яуаплы ҡарай, шуға ла полигонда сүп-сар ҡабул итеүҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй.
Сүп-сар реформаһы башланғас эш тә арта. Шулай ҙа ҡыуанысҡа тип әйтәйек, төбәктә рөхсәтһеҙ сүплек урындарының барыһы ла бөтөрөлә. Бөгөн көнкүреш ҡалдыҡтары тик бер урынға килтерелә. Әлеге шәхси эшҡыуар вәкилдәренән тыш, бында юридик компания-ойошмалар ҙа килеп урай.
Үрге Троицк ауылы эргәһендәге полигон эшҡыуар Йәүҙәт Маликов яуаплылығында тотола. Йүнселдең автопаркында 3 махсус техника эшләй. Улар аҙнаһына төбәктең 90 ауылын бер-нисә ҡабат урап сыға.
Сүп-сарҙы сорттарға айырыу буйынса цех булдырыла ҡалһа, уны ҡайҙа оҙатасағын йүнсел күптән билдәләгән. Был тәңгәлдә Октябрьский ҡалаһында ҙур предприятие эшләй. Әлеге ваҡытта Баҡалынан сеймалды оҙатыу бик үк ҙур күләмдә башҡарылмаһа ла, сортировкаға айырыу тәжрибәһе бар.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала рәсми теркәлгән 34 сүп-сар полигоны бар. Көнкүреш ҡалдыҡтарға яңы һулыш биреү буйынса ла эштәр ойошҡанлы алып барыла. Туймазы, Дәүләкән һәм Бәләбәй райондарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса заманса комплекс быйыл төҙөлөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин.




