Өфө коммуналь хужалыҡтарына 17 берәмек техника тапшырылды

Өфө коммуналь хужалыҡтарына 17 берәмек техника тапшырылды

Улар баш ҡала юлдарын төҙөкләндереү өсөн ҡулланыла. Яңы машина асҡыстарын Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин тапшырҙы. “Ҡала халҡынан сифатһыҙ юл ремонты буйынса күп ялыуҙар килә. Шуға ла аҡса табып яңы техника алдыҡ. Улар төҙөкләндереү алдынан әҙерлек эшен башҡарасаҡ. Аҙаҡ унда башҡа ойошма эшләй”, тип билдәләне Өфө мэры.

Фото №1 - Өфө коммуналь хужалыҡтарына 17 берәмек техника тапшырылды

Яҡын арала коммуналь хужалыҡтарға тағы 9 махсус техника алыу көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ