Шулай тип белдерҙе Ишембай ҡалаһында үткән күсмә кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. “Алға” иҡтисади биләмәһен үҫтереү мәсьәләләренә арналған ултырышта предприятие вәкилдәре – буласаҡ резиденттар менән фекер алышыу булды. “Инвесторҙар үҙҙәре хаҡында ни тиклем иртәрәк белдерә, участка алыу мөмкинлеге лә арта”, тине республика етәксеһе.
Махсус биләмә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сиктәрендә ойошторолдо. Уның дөйөм майҙаны 470 гектар. "Алға" иҡтисади биләмәһе иҡтисад үҫешенә ныҡлы этәргес буласаҡ. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Илдар Ғәбитов.
“Алға” махсус иҡтисад биләмәһендә 2 мең 300 яңы эш урыны булдырыла.





