Быйыл Башҡортостанда Салауат Юлаев көндәре онлайн ойошторола

Ул 12-16 июндә үтә. Был көндәрҙә республиканың милли музейы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм башҡа ойошмалар төрлө күргәҙмә, материалдар күрһәтә. Саралар барышын интернетта күҙәтергә була.

;