Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул Ишембайҙа “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен үҫтереү мәсьәләләренә арналған күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Бөгөнгә биләмәлә 9 резидент проекттарын ғәмәлгә ашырырға әҙер.
Улар араһында нефть химияһы, микроэлектроника өлкәһендә приборҙар эшләү һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте ойошмалары. Улар 26 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итергә ниәтләй. Әле тағы 9 инвестор менән һөйләшеү алып барыла. Уларҙың проекттары 40 миллиардҡа баһалана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
“Алға” айырым иҡтисади биләмәһе – иҡтисад өсөн дә, социаль өлкә үҫешенә лә берҙәй ҙур этәргес бирәсәк”, - ти Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов.
“Алға” биләмәһенең эшмәкәрлеге өсөн вице-премьер Илшат Тажетдинов яуаплы була. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә кәрәкле инфраструктура булдырыу өсөн әҙерлек эштәрен башларға ҡушты.
#хабиров #оэз #ишимбай





