Йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан юбилей саралары ойошторола

Быйыл республикала Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан юбилей саралары ойошторола. Был туралағы бойороҡҡа республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Фәриҙә Ҡудашева 1920 йылдың 15 декабрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Ул йыр сәнғәтендә юғары бейеклектәр яулаған шәхестәрҙең береһе. Башҡортостанда йырсы һәм уның тормош иптәше Бәхти Ғайсиндың ижадына арналған “Ике аҡҡош” йыр конкурсы үткәрелеп килә.

;