Проект юлдарҙа граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға, юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә, юлдарҙа именлекте күтәреү буйынса ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров проект сиктәрендә Өфө-Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Стәрлебаш һәм Мәләүез райондарындағы юл участкаларында комиссия тикшереүе ойошторҙо. Уның эшендә юл полицияһы, юл хужалығы идаралығы, юл хәрәкәтен тәьмин итеү һәм подрядчиктар үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.
Төҙөлгән актта тәҡдимдәр һәм юлдарҙа аварияларҙы кәметеү буйынса иҫкәрмәләр күрһәтелгән.





