Полиция Стәрлетамаҡта дүрт спортсыны ҡулға алды

Улар 2018 йылдан бирле эшҡыуарҙарҙан аҡса һығыу, йәғни рэкет менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләнә.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, урындағы  йүнселдәрҙең береһенән улар медицина ҡоролмаһын тартып алған. Криминал квартет артабан уны ҙур суммаға кире ҡайтарған. Башҡа осраҡта суд ҡарары нигеҙендә 4 миллион һум бурысы ҡайтарылған эшҡыуарҙың өйөнә үтеп инеп, йәнәһе лә бурыслы исеменән аҡса таптырғандар. Уны йәрәхәтләп, ҡала ситенә сығарып ғүмерен ҡыйыу менән янағандар.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса төркөмгә 24 йәшлек, быға тиклем хөкөм ителмәгән спортсы етәкселек иткән. Улар ҡатнаш алыш төрҙәре менән шөғөлләнгән. Төркөмгә көрәшселәр ҙә йәлеп ителгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре рэкетта ғәйепләнеүселәрҙең ҡаланың спорт залында йыйылыуҙары һәм унда буласаҡ енәйәттәре буйынса фекер алышыуҙарын асыҡлаған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы тәфтишселәре тарафынан тентеү барышында патрон, бысаҡ, шартлатҡыслы граната һәм бурыс распискалары, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ҡайһы бер кешеләрҙең күсемһеҙ мөлкәтенә документтары табылған. Тәфтишселәрҙең юллауы буййынса енәйәттә шик аҫтына аланаусылар һаҡ аҫтына алынған.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе
Фото №1 - Полиция Стәрлетамаҡта дүрт спортсыны ҡулға алды

Рафиҡ Әхмтәшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ