Бөгөн донъя кимәлендә халыҡ-ара рус теле көнө

Дәүләт байрамы булараҡ ул 2011 йылда Президент указы нигеҙендә нығытылған. 6 июндә рус шағиры, драматургы һәм яҙыусыһы Александр Пушкиндың тыуған көнө булараҡ та билдәләнә. Сара уңайынан Өфөлә ирекмәндәр бөйөк шәхестең шиғырҙарын уҡыны. Артабан киләһе яҙмала.

Рус әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, бөтә донъяға билдәле шағир Александр Пушкиндың шиғырҙары менән һәр кем таныш һәм уның бай йөкмәткеле ижады бөгөн илдең барлыҡ тарафтарында иҫкә алына. Өфөлә «Арт-квадрат» үҙәгендә ирекмәндәр уның шиғырҙарын яттан һөйләп, Рәсәйҙә ойошторолған флешмобҡа ҡушылды.

Рус теле көнө уңайынан Александр Пушкиндың ижадынан тыш башҡа ҡәләм оҫталарының шиғырҙары ла яңғыраны. Бродский, Есенин, Лермонтов, Маяковский әҫәрҙәре лә иғтибар үҙәгендә булды.

Лира Волкова, Башҡортостан мәҙәниәте ирекмәндәре ойошмаһы координаторы

Йәштәр рус классиктарының шиғырҙарын һөйләп сығыштары менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлаша. Рус теле көнө үҫеп килгән быуын өсөн кәрәкле һәм файҙалы байрам, сөнки йәмғиәттә аңлашып йәшәр өсөн тарихты, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте оноторға ярамай.

Үҫмер волонтерҙар теләге буйынса флешмоб сиктәрендә файҙалы эш ваҡыты ла ойошторолдо. Ирекмәндәр баш ҡалала Мостай Кәрим урамындағы иҫке йорттарҙың береһен тәртипкә килтерҙе.

Халыҡ-ара рус теле көнө дәүләт байрамы булараҡ 2011 йылда Президент указы нигеҙендә нығытыла. Үҙизоляция режимы тамамланыу менән әҙәби сара бөтә төбәктәрҙә тел белгестәре, мәктәп уҡыусылары, ғөмүмән йәмәғәтселек менән берлектә юғары кимәлдә ойошторолор тип көтөлә.

Флорида Ким.

;