Батып барған баланы ҡотҡарам тип, 19 йәшлек егет һәләк булған. Бер төркөм йәштәр Ағиҙел буйына ял итергә килгән, һыу ингәндәр. Эргәлә генә балалар ҙа һыуҙа ҡойонған.
Бер мәл береһе бата башлаған, йәштәр ярҙамға ташланған. Малайҙы ярға һөйрәп сығаралар, 19 йәшлек егеттең һыуға артабан ҡаршы торорға хәле ҡалмай, һыу төбөнә китә.
Йыл башынан республикалағы йылға һәм күлдәрҙә 40-ҡа яҡын кеше һәләк булған. “Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
#пляж #госкомчс.





