Башҡортостанда тағы 9 мең самаһы йортҡа газ үткәрелә

Башҡортостанда тағы 9 мең самаһы йортҡа газ үткәрелә

2020 йыл аҙағынаса 155 километрға газ торбалары һуҙыу ҡарала. Был эштәргә 8 миллиард һум аҡса бүленә. Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта хәбәр итте.

Фото №1 - Башҡортостанда тағы 9 мең самаһы йортҡа газ үткәрелә

Айырым категория граждандарға газ үткәреү өсөн ташламалар бар. Был исемлеккә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, аҙ тәьмин ителгән һәм инвалид бала ҡараусы ғаиләләр инә. Уларға башҡарылған эштәрҙе түләүгә 60 мең һумдан 100 меңгәсә еткән сертификаттар бирелә. Программа 2019 йылдан ғәмәлдә. Уның менән 2 мең 33 ғаилә ҡулланып өлгөргән. Бөгөн Башҡортостанда йорттарҙың 82 проценты газ менән тәьмин ителгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ