Бөгөн Рәсәйҙә социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә

Был изге һөнәрэйәләре иңендә – мохтаж кешеләргә ярҙам итеү бурысы ята. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-cе башҡортреспублика балалар йорто белгестәре байрамды кескәйҙәр менән бергә ҡаршыланы. Коронавирус пандемияһы башланғас та, учреждение карантинға ябылғайны. Хеҙмәткәрҙәр сменаға бүленеп эшләй. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Апрелдә балалар йорто карантинға ябылғандан һуң, Денис Острашков сәс ҡырҡырға өйрәнә. Директор урынбаҫары  хәҙер оҫта парикмахер. Тимер ҡойма аша учреждениеға үтеп булмай, биләмәнән малай-ҡыҙҙарҙың шат тауыштары ғына яңғырай. Берҙәм коллектив һөнәри байрамын ҡаршылап, балаларға һабантуй ойошторҙо. Милли уйындарҙың тәрбиәүи яҡтан көсө баһалап бөткөһөҙ. Берләштерә, рухи яҡтан сыныҡтыра. 

Ике аҙналыҡ вахта, тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге беренсе башҡорт республика балалар йорто хеҙмәткәрҙәре ғаиләләрен, өй мәшәҡәттәрен ҡалдырып, изге бурысын үтәй. Учреждениеға Ковид-19 инфекцияһын индермәү, кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау бурысы ҡуйылған.

Башҡортостанда 97 социаль учреждение карантин режимында эшләй, инфекцияға ҡаршы оборона тотола. Фиҙаҡәр хеҙмәт иғтибарһыҙ ҡалмай. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән хөрмәтләп, дәүләт наградалары тапшырҙы.

Ауыл ерендә бер социаль хеҙмәткәр ҡарамағында ун һигеҙ кеше, ҡалала был күрһәткес тағы ла күберәк. Иңдәрендә яуаплы бурыс – өлкән быуын вәкилдәре, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға терәк булыу. Изге һөнәр эйәләре етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ла яҡындарын алмаштыра.

Күгәрсен районы Ибраһим ауылында ун дүртенсе йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләгән Люциә Абдуллина ла өлкән быуын вәкилдәрен тәмле аштары, бәлештәре менә ҡыуандыра.

Рәсәйҙә социаль хеҙмәткәрҙәр көнө рәсми рәүештә 2000йылдан алып билдәләнә. Бөгөн Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы системаһында 15 меңләп кеше эшләй. Оло йөрәкле, изге күңелле белгестәр һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта, мохтаждарға терәк-таяныс.

Гөлназ Хәйбуллина.