Радий Хәбиров бөгөн ветерандар менән аралашты

Радий Хәбиров бөгөн ветерандар менән аралашты

Республика Башлығы онлайн осрашыуҙы коронавирус менән көрәш буйынса һөҙөмтәләрҙән башланы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлау тармағы сиргә бәйле һынауҙы лайыҡлы үтте.

Радий Хәбиров бөгөн ветерандар менән аралашты
Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн ветерандар менән аралашты

Республикала 65 йәштән өлкәндәр араһында коронавирус сире йышыраҡ асыҡлана башлаған. Радий Хәбиров ололарға санитар талаптарҙы үтәргә саҡырҙы һәм сабырлыҡ теләне.

Радий Хәбиров бөгөн ветерандар менән аралашты

Республика Башлығы менән онлайн осрашыуҙа төрлө һорауҙар күтәрелде. Ололарға финанс белем алыу, шифаханаларҙа ял итеү кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ