Республикала йыл аҙағына тиклем тағы 380 ихата төҙөкләндерелә

Республикала йыл аҙағына тиклем тағы 380 ихата төҙөкләндерелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта хәбәр итте. Коронавирус йорт алдарын төҙөкләндереү программаһын үтәүгә ҡамасау була алмай. «Беҙ алға ҡуйған маҡсатҡа ирешергә тейешбеҙ. 2024 йылға тиклем 2 мең ихатаны ремонтлау бурысы тора» тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото №1 - Республикала йыл аҙағына тиклем тағы 380 ихата төҙөкләндерелә

Программаға буйынса йорт алдарындағы майҙансыҡтар эшләнә, асфальт яңыртыла, тротуарҙар һалына, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыла, яҡтыртыу системаһы үҙгәртелә. Шулай уҡ балалар һәм спорт майҙансыҡтары яңы форматта эшләнә. Унда ғәҙәти асфальт ҡаплама урынына резинанан яһалғанын түшәйҙәр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ