30 мең һумлыҡ төп приз Әбйәлил районында йәшәүсегә тапшырыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының 25 йыллығы уңайынан ойошторолған «Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларына ярҙам ит!» акцияһы еңеүселәре билдәләнде. Үҙенсәлекле интернет акция менән 165 мең кеше танышҡан, уларҙың 700-е конкурс талаптарын тулы үтәгән. Еңеүселәр иртә менән Юлдаш каналының тура эфирында тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Интернет йәмәғәтселегендә башҡорт телендә яҙышҡан кешеләр һаны көндән-көн арта. Бигерәк тә хәҙерге ысынбарлыҡта. Был акция уларҙы берләштереү маҡсатын ҡуйған. Акцияның шарттары ла бик ябай. Интернет ҡулланыусылар Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы, «Юлдаш» радиоһы һәм 13 матбуғат баҫмаһының бәйләнештә селтәрендәге төркөмдәренә яҙылып, ошо акция тураһында репост эшләргә тейеш булған.

Республикала башҡорт телендә донъя күргән 48 милли матбуғат баҫмаһы бар. Уларға мобиль ҡушымтаны файҙаланып та яҙылырға мөмкин. Милли матбуғаттың социаль селтәрҙәрҙә ныҡлы базаһын булдырыуҙа  58 меңдән ашыу тыңлаусыһы булған «Юлдаш» каналының да өлөшө ҙур. 

Акция еңеүселәре тура эфирҙа осраҡлы һандар генераторы ярҙамында билдәләнде. Учалынан Әлфиә Күсәева 10 мең, Баймаҡтан – Земфира Ғүмәрова – 20 мең, Әбйәлилдән Нурия Усманова – 30 мең һум аҡса отто. Фельдшер булып эшләгән еңеүсе оҙаҡ йылдар дауамында милли матбуғатҡа тоғро ҡала. Нурия Усманова үҙенең уй-кисерештәрен беҙҙең тамашасыларға ла еткерҙе.

Тәүге өс еңеүсегә шулай уҡ «Ашҡаҙар», «Юлдаш» радиоканалдары приздары һәм тағы ла 13 яҙылыусыға башҡорт телендәге баҫмаға подписка бүләк ителде. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре әүҙем яҙылыусыларға рәхмәт белдереп, киләсәктә лә милли газета-журналдарға тоғролоҡ һаҡлауҙарын теләне.

Гүзәл Борханова.

;