2020 йыл республикала зауыҡлы биләмәләр йылы йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Баймаҡ районы ҡала һәм ауылдарында төҙөкләндереү, тирә яғын матурлау,урындағы халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу өсөн бик күп эштәр башҡарыла.Райондың Үрге Яйыҡбай ауылында ла төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара. Киләһе яҙма ошо хаҡта.
Үрге Яйыҡбай ауылында берҙәм, дәртле кешеләр йәшәүе бар районға билдәле.Ағымдағы йылда улар «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып икенсе урын алыуға өлгәште.Бүләк ителгән 150 мең һум премияны улар ауылды төҙөкләндереүгә тотонорға йыйына.Ошо көндәрҙә урында балалар майҙансығын булдырыу өсөн өмә ойошторолдо.
Тиҙҙән майҙансыҡ балаларҙың шат тауыштарына күмеләсәк. Заманса уйын биләмәһен түҙемһеҙлек менән көткән кескәйҙәр әленән‐әле эш барышы менән танышып тора.
Яйыҡбай ауылының иң күркәм урыны булған «Әтекәй» шишмәһендә лә яҙҙан алып экологик өмәләр үтә.Тап ошо сығанаҡтан элек‐электән йәш килендәр һыу башлай, шулай уҡ ауылдың ҙур сараларын шишмә янында үткәреү матур йолаға әйләнгән. Шуға ла сәхнә, ял итеү, сәй эсеү урындары булдырылған «Әтекәйҙең» тирә яғын кәртәләү ҙә бик урынлы.
Төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу өсөн эшҡыуар Айҙар Ғәйетҡолов ағас материалдар менән ярҙам итә.Ауылының киләсәге өсөн янып йәшәгән яйыҡбайҙар киләсәктә йәштәр өсөн тренажер залы ла асырға ла ниәтләй.
Раушания Рәхимова.




