Иглин районында спорт менән шөғөлләнеү һәм ГТО нормалары тапшырыу майҙаны асылды

Иглинда йәшәүселәр бынан һуң Еңеү паркында ял итеүҙән тыш сәләмәтлеген нығыта ала. Яңы спорт майҙаны «Демография» Милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» программаһы ярҙамында ике миллион һум аҡсаға төҙөлгән.

Гто нормаларын тапшырыуға әҙерләнеү өсөн тренажерҙар, варкаут турниктары бар. Былтыр хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлеклеген һынарға 800 ҙән ашыу кеше сыҡты. Спорт майҙанын асыу тантанаһында юғары күрһәткескә ирешеүселәр тәбрикләнде. 

Фото №1 - Иглин районында спорт менән шөғөлләнеү һәм ГТО нормалары тапшырыу майҙаны асылды

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ