Ҡазанда Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыла

Ул ике милли республика араһындағы дуҫлыҡ символына әүерелә, тип хәбәр итәләр Башҡортостандағы Татарстан вәкиллегенән. Һәйкәлде Ырымбур тракты янындағы майҙансыҡта урынлаштырыу ҡарала. Халыҡ шағиры һынын Татарстанда Башҡортостан көндәре барышында асыу планлаштырыла.

Былтыр беҙҙең республикала Татарстан көндәре ваҡытында шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылды. Татарстанда Башҡортостан көндәре быйыл майҙа үтергә тейеш ине. Әммә коронавирус пандемияһы сәбәпле билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде.

         #башкортостан #мустайкарим #татарстан