Ағиҙелдә һыуға батып барған баланы ҡотҡарғанда һәләк булған тажик егетен тыуған илендә ерләйәсәктәр

Ағиҙелдә һыуға батып барған баланы ҡотҡарғанда һәләк булған тажик егетен тыуған илендә ерләйәсәктәр

Ватандаштары һәм дуҫтары уны Тажикстанға алып ҡайтыр өсөн аҡса йыйған. 18 йәшлек егетте үлгәндән һуң юғары наградаға тәҡдим итеү ҡарала. Ваҡиға Өфөлә булды.

Фото №1 - Ағиҙелдә һыуға батып барған баланы ҡотҡарғанда һәләк булған тажик егетен тыуған илендә ерләйәсәктәр

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Хажиморат Каландаров иптәштәре менән һыу буйында йөрөгәндә баланың бата башлағанын күреп ҡала һәм ҡотҡарырға ташлана. Сабыйҙы ҡотҡара, әммә үҙе сығып өлгөрә алмай һәләк була.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ