Оператив төркөм бурҙарҙы күрше өлкәгә ҡасырға йыйынған ваҡытта ҡулға алған.
Транспорт сараһы эйәһенә ҡайтарып бирелгән. Яңы «Кио Рио» автомобиле йорт ихатаһында ҡуйылған ерҙәр юҡҡа сыға. Хужаһы машинаның юҡлығын иртән эшкә йыйынғанда ғына күреп ҡала. Ул шунда уҡ полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә. Енәйәтте эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре оператив-тикшереү эштәре башлай һәм тәүлек эсендә бурҙарҙың эҙенә төшә.
Автомобилде уралаусылар «Росгвардия» ярҙамында «Волга» М-7 тарассаһында ҡулға алына, улар күрше өлкәгә ҡасырға йыйынған була. Тикшереү күрһәтеүенсә, дүрт йәш егет, уларҙың өсәүһе элек тә яуаплылыҡҡа тарттырылған, машинаны урларға алдан уҡ әҙерләнгән, улар сигнализация системаһы ҡуйылмағанды эҙләй. Артабан инде транспорт сараһы кеше булмаған урынға алып барып йәшерелергә һәм яңы номерҙар һуғылырға тейеш булған. Әле был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рәмзиә Кәримова.




